Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 09:47

Өфө хакимиәте Кубогын кемдәр алыр?

Был ялдарға баш ҡалабыҙҙа 10-сы тапҡыр Ҡышҡы корпоратив уйындар ойошторола. Республикала Спорт министрлығы булдырылыуының 100 йыллығына арналған был сарала предприятиелар һәм ойошмалар командалары ҡатнаша.

Өфө хакимиәте Кубогын кемдәр алыр?
Өфө хакимиәте Кубогын кемдәр алыр?

Әле үк бер нисә тиҫтә команданан ғариза килгән. Ике көндә алты төр буйынса ярышасаҡтар.

18 февралдә тау саңғыһы буйынса СШОР базаһында паралелль слалом ярышы үтә, С. Елистратов исемендәге шорт-трек үҙәгендә конькиҙа уҙышыу эстафетаһы була.

19 февралдә “Рубикон” пэйнтбол паркында – команда уйындары. Быймалы хоккей, ҡарҙа волейбол, саңғыла уҙышыу – һәр кемгә ҡыҙыҡ буласаҡ. Программаға тәүгә 5х5 пэйнтболы индерелгән.

Төп приз – Өфө хакимиәте Кубогы.

Положение ошонда:

https://vk.com/doc8572853_658288976?hash=E0i7bsDcRZh2..

Белешмә телефоны: 8-917-430-14-09.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: