Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраля 2023, 14:00

Баймаҡтар ҙа батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Бының турала район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев хәбәр итте: - Бөгөн бөтә район, республика һәм ил беҙҙең менән бергә ҡайғыра – беҙ ҡаһарман яҡташыбыҙ, тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы, Украинала барған СВО-ла һәләк булған Марат Вәкил улы Мөхәмәтдиновты һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Баймаҡтар ҙа батыр улы менән мәңгелеккә хушлаштыБаймаҡтар ҙа батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты
Баймаҡтар ҙа батыр улы менән мәңгелеккә хушлашты

Беҙҙең хәтерҙә ул Ватаныбыҙ алдындағы хеҙмәт бурысын үтәп, хәрби антына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалып, ғүмерен илдең азатлығы, яҡты ҡиләсәге өсөн биргән ысын яугир булып ҡаласаҡ.

Марат Вәкил улы әрме хеҙмәтен үткәндән һуң, контракт буйынса хеҙмәт итә. «Хәрби бурыс», «яуаплылыҡ», «Ватан» кеүек төшөнсәләргә тоғро, етди ҡарашлы кеше булараҡ, ул тыуған илгә хәүеф янағанда, ситтә ҡала алмай. Украинала барған махсус хәрби операцияһында ул үҙе теләп 2022 йылдың май айынан ҡатнаша.

Хәрби хәрәкәттә күрһәткән шәхси батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының 9 ноябрендәге Указы менән ул Жуков һәм "За разминирование" миҙалдары менән бүләкләнгән.

Хөрмәтле Вәкил Ғәни улы, Зәкир Вәкил улы, мәрхүмдең туғандары һәм яҡындары, һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас