Кемдәргә тейеш: бөтә ғаиләләргә лә.
Күпме: һәр балаға 26345 һум. Ике бала һәм унан да күберәк бала тыуғанда, был бер тапҡыр бирелә торған пособие һәр балаға түләнә.
Нисек алырға: ата-әсәнең береһенә эш урынынан түләнә. Әгәр ҙә бер ерҙә лә эшләмәйһегеҙ икән, РФ Социаль фондына (элекке Пенсия фонды) йәки йәшәгән урынығыҙ буйынса Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, йә булмаһа Дәүләт хеҙмәте порталы аша юлларға мөмкин.