Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 17:45

Бөгөн Халыҡ-ара яман шеш менән ауырыусы балалар көнө

2001 йылдан алып йыл һайын 15 февралдә рак менән  ауырыусы Халыҡ-ара балалар көнө билдәләнә.

Бөгөн Халыҡ-ара яман шеш менән ауырыусы балалар көнө
Бөгөн Халыҡ-ара яман шеш менән ауырыусы балалар көнө

 

Балаларҙа яман шеш ауырыуы сағыштырмаса әҙерәк күҙәтелә һәм 100 мең балаға яҡынса 15 осраҡ тура килә.   Был иһә 450 баланан берәүһенә  бала сағында был ауырыу менән сирләү хәүефе бар тигән һүҙ.   Ололарҙа иһә был күрһәткес бер нисә   тапҡырға ҙурыраҡ. Яман шеш менән ауырыусыларҙың дөйөм һанының 2 процентын 15 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итә.   Шуға ҡарамаҫтан  Рәсәйҙә йыл һайын   4,5 - 6,5 мең балала яман шеше ауырыуы асыҡлана. 

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, рак балалар үлеме  сәбәбендә икенсе урында килә.  

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: