Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 22:25

Ауырлыҡтар - артабан йәшәргә илһамландыра

Рөстәм Нәбиев социаль селтәрендә йәшәү ҡәҙерен белергә кәңәш иткән  һәм ауырлыҡтарҙың илһамландырыуын әйткән.

- Ауырлыҡтар, проблемалар булмаһа, кешеләр еңеүҙәрҙең тәмен тоймаҫ ине. Улар артабан йәшәүҙең ҡәҙерен белергә илһамландыра. Проблемаларһыҙ беҙ шатлыҡты тоймаҫ һәм яңы ҡаҙаныштарға өлгәшмәҫ инек. Улар,нисек кенә ауыр булмаһын, донъяға, рух көскә һәм иманға ыңғай йоғонто яһай. Һынауҙарҙан һуң бер кем дә элеккесә булмай, ә түҙемлерәк, тынысыраҡ, көслөрәк, ярҙамсылыраҡҡа әйләнә. Уларҙы лайыҡлы үтергә кәрәк. Шул саҡта ғына ауырлыҡтар холоҡто сыныҡтыра, йөрәктәрҙе йомшарта һәм иманды арттыра.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас