Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 20:05

"Атай, һаумы!"

Махсус хәрби операцияла аталы-уллы осрашҡан.

Билдәле булыуынса, Борис Гулин 2023 йылда Донбасҡа Башҡортостандан килгән икенсе гуманитар ылауҙы оҙатып барған. Уларҙы яугирҙар ҡаршы алған. Йөктө бушатҡан саҡта, арттан "Атай, һаумы!" - тигән тауыш ишетелгәс аптырап артына әйләнһә - улы баҫып торған.

 

  • Улдар — атайҙарҙың иң яҡшы дауамы, уларҙың ғорурлығы һәм шатлығы,- "Шахтер" позывнойлы яугирҙең атаһы шундай фекерҙә.

 

Атай кеше махсус хәрби операция биләмәһенә барғанда, әлбиттә, улы тураһында уйланыуын, әммә уның менән осрашыуын күҙ алдына ла килтермәүе хаҡында белдергән.

Фото: Т. Аманов

Читайте нас: