Башҡортостан Республикаһы Башлығы илебеҙ Президенты Владимир Путин менән осрашҡанда ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтен үҫтереү буйынса күрһәтмәләр биргәйне.
Беҙ медицинаның был хеҙмәтен камиллаштырыу буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып барабыҙ һәм ул үҙ һөҙөмтәләрен бирә.
Ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү хеҙмәте хәҙер медицина округтары базаһында туғыҙ муниципаль-ара бүлекте тәшкил итә. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында психиатрия дауаханаларында ике махсус бүлек эшләй.
Һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһының табиптары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ил Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, эш хаҡына өҫтәмә түләү аласаҡ. Әлбиттә, ашығыс ярҙам водителдәренә лә көс төшә. Уларға эш хаҡын арттырыу, социаль ярҙам сараһы булараҡ, өҫтәмә түләү индереү тураһында тәҡдим индерелгән. Был мәсьәләне лә ҡараясаҡбыҙ. Ашығыс медицина ярҙамы бриагадалары өсөн модулле биналар төҙөү ҙә талап ителә.