Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль 2023, 18:00

Ғалимдар иҫкәртә: Ергә астероид яҡынлаша

Иртәгә ҙур күк есеме беҙҙең планетаға 4,6 миллион саҡрымға ғына яҡын киләсәк. Был турала Рәсәй Фәндәр академияһының М. Келдыш исемендәге прикладная математика институтынан хәбәр итәләр. 

Ғалимдар иҫкәртә: Ергә астероид яҡынлаша
Ғалимдар иҫкәртә: Ергә астероид яҡынлаша

Белгестәр асыҡлауынса, астероид 16 февралдә Ергә яҡын осасаҡ. Уның тиҙлеге секундына 24,6 км. Күк ҡунағының ҙурлығы 800 м самаһы.

Ғилми хеҙмәткәрҙәр уны астрометрия (күк есемдәренең урынын һәм тиҙлек векторын юғары теүәллектә билдәләү) ярҙамында тикшерәсәк һәм траекторияһын, планетабыҙға хәүефле йә хәүефһеҙ булыуын билдәләйәсәк.

Һәм, ҡурҡмағыҙ: астероидтың беҙгә бәрелергә иҫәбе юҡ (шулай тиҙәр, әммә барыһын да ҡайҙан белеп бөтәһең?..).

Фото: РБК.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: