15 февралдә йыл һайын беҙҙең мәктәптә интернационалистарға арналған дәрестәр үтә. Бөгөн тарих уҡытыусыһы Рафиҡ Сәмиғулла улы Алғошаев "Афған - йөрәк яраһы" тигән асыҡ дәрес үткәрҙе. Афған һуғышында Ҡашҡар ауылы биләмәһенән Рәфис Баязитов, Йәмил Бикбулатов, Барый Ҡоҙашев, Нуриман Рәсүлев ҡатнашҡан. Изге еребеҙҙе илбаҫарҙарҙан һаҡлап ҡалған, уның именлеге өсөн ғүмерҙәрен ҡыҙғанмаған Ватан һуғышы ҡаһармандары, Афған, Чечен ерендә, махсус хәрби операцияларҙа һәләк булған, әрме сафтарында хеҙмәт иткәндә йәш ғүмерҙәре ваҡытһыҙ өҙөлгән яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ! Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Донъялар имен, тыныс булһын!