Силәбелә метеориттың бәрелеү тулҡыны бик күп бинала тәҙрәне ҡырған. Ярсыҡтарҙан 1,5 мең кеше зыян күргән. ЮУрГУ юғары уҡыу йорто биналарында ғына меңдән ашыу тәҙрә ватылған. Силәбе цинк заводында ла бер цех ныҡ ҡына зарар күргән.
Метеориттың ҙур бер өлөшө Сыбаркүлгә төшкән. Урындағы халыҡ радиациянан бик ҡурҡҡан. Анализдар хәүеф юҡлығын күрһәтһә лә, халыҡ ышанмаған, ти.
Ә был күк есеме Марс менән Юпитер араһындағы астероид һыҙатынан айырылып сыҡҡан да, тура беҙҙең яҡҡа осҡан. Ғалимдар фаразлауынса, шартлау ҡеүәте Хиросимаға ырғытылған бомбанан 30 тапҡырға көслөрәк булған. Ярай әле, зыяны артыҡ ҙур булмаған.