Тиҙҙән республикала бейә һөтө ҡушып косметика сығара башлаясаҡтар. Благовещендағы ТОСЭР резиденты булараҡ "Благзавод"та яңы производство асыласаҡ.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, проектты ғәмәлгә ашырыуға өс млн һум аҡса һалына, уны бина, ҡорамалдар алыуға тотонасаҡтар. 10 кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Йылына 6500 тауар сығарыу күҙаллана.
Әйткәндәй, косметикаға бейә һөтөнән тыш, башҡа тәбиғи компоненттар ҙа ҡушыласаҡ.
Фото: vk.com (Олег Голов)