25 ғинуарҙа Ҡунаҡһарайҙа (Гостиный Двор) бер ҡатын банкоматта үҙенең картаһын онотоп ҡалдыра. Уның артынса банкоматҡа килгән ир ҡатындың иғтибарһыҙлығынан файҙаланып, иҫәбенән 200 мең һумды сәлдерә.
Был факт буйынса енәйәт эше асылған, ирҙең шәхесен асыҡлайҙар.
Әгәр һеҙ уны таныһағыҙ, ошо телефондар буйынса шылтыратып, хәбәр итегеҙ: 8-937-473-30-11, 8(347) 279-39-02, 279-32-92, 02 (102).
Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.