РФ Дәүләт Думаһының КПРФ фракцияһы депутаты Михаил Матвеев ил Хөкүмәтенә сәғәтте күсереү буйынса закон проекты эшләп тапшырыуын белдергән.
Парламентарий Телеграм-каналында яҙыуынса, яҡты ваҡытты дөрөҫ файҙаланыу өсөн сәғәтте йылына ике тапҡыр күсереү кәрәк.
Иҫегеҙҙә булһа, тап шулай итә инек. 2014 йылда Президент законға үҙгәрештәр индерҙе лә, хәҙер “ҡышҡы ваҡыт”та ғына йәшәйбеҙ шикелле.
Фото: ТАСС.