Был рекордҡа сусҡа итенең арзанайыуы булышлыҡ иткән, ти белгестәр. 2021 йылға ҡарағанда, уны 5,9 процентҡа күберәк ашағандар. Дөйөм ашалған ит күләменең 37,5 проценты – дуңғыҙҙыҡы. Ә иң күбе рәсәйҙәр ҡош итен ашай – бөтә иттең 44,3 проценты. Былтыр уртаса алғанда һәр кемгә 35 кг ҡош ите тура килгән. Ә бына һыйыр ите менән һарыҡ итен әҙерәк ашағанбыҙ. Моғайын, ҡиммәтерәк булғанғалыр. Ит ит инде ул, йәшелсә, емеш менән туймай Рәсәй кешеһе...