Тәтешле районында урынлашҡан комплексы “Ебәк юлы” тип атала. Уны эшҡыуар Филүс Ғилфанов төҙөгән.
Былтыр ул Тәтешле районы хакимиәтенә проекты менән мөрәжәғәт иткән һәм ярҙам алған. Хәҙер юл буйынса кафе һәм ҡунаҡхана эшләй.
“Ауыр йөк машиналарын ремонтлау өсөн техник үҙәк асырға ла ниәте бар, душ кабиналары, кер йыуыу машинкалары ла ҡуйырға теләй. Әле һалынған дөйөм сумма 50 млн һумдан ашҡан”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Эшҡыуарҙарға бизнес-шәрифтәр ярҙам итергә тырыша. Улар тураһында бөтә мәғлүмәт ошонда – https://investrb.ru/ru/business/business_sheriffs.php
Әйткәндәй, юл буйы сервисын үҫтереү өҫтөнлөклө булып ҡала. Был йәһәттән дәүләт ярҙамы ла бар.
“Һәм был өлкәгә иғтибар артасаҡ”, – тигән БР Башлығы.
Фото: Радий Хабиров (vk.com)