Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2023, 11:30

Ҡотҡара алмағандар...

Кисә төнгә ҡарай Бәләбәй ҡалаһында бер бүлмәле фатирҙа ут сыҡҡан.

Ҡотҡара алмағандар...
Ҡотҡара алмағандар...

Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килеп етә. Өс квадрат метр майҙандағы янғынды бик тиҙ һүндергәндәр. Янғын һүндереүселәр йортта йәшәүсе 15 кешене эвакуациялаған. Ут эсенән 1994 йылғы ирҙе лә алып сыҡҡандар, әммә тиҙ медицина ярҙамы бригадаһы уны реанимациялап ҡарағандан һуң, үлемен раҫлаған.

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Уҙған тәүлектә 16 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 11-е - шәхси торлаҡ секторында булған. Шул иҫәптән, Баймаҡ районында - йорт, Салауат, Әбйәлил, Асҡын райондарында - мунсалар; Учалы районында - ике һарай, Благовещен районында - төҙөлөш материалдары, Өфө районында - мунсаның ишеге, стеналары, түбәһе, Нефтекамала, Күгәрсен, Мәләүез райондарында - йорт мөлкәте, Өфө районында - автомобиль янған. Бер кеше ҡотҡарылған, ете кеше эвакуацияланған.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау һәр саҡ фажиғәгә килтерә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы, мөлкәтегеҙҙе уттан һаҡлағыҙ!

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: