Был турала Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итәләр.
Урындағы ҡоролтайҙың социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙыуҙарынса, айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау йәһәтенән "Ғүмергә бергә-бергә" исемле кисә Бикбулат ауылында гөрләп уҙған.
"Сәхнә түрен оҙаҡ йылдар бергә йәшәүсе парҙар: Фәниә һәм Альберт Айҙарбәковтар (50 йыл), Разифа һәм Бикбулат Сафиндар (45 йыл), Фатима һәм Абдулатиф Сафиндар (45 йыл), Фәнүзә һәм Зәбир Тимербаевтар (45 йыл) биҙәне. Был сараға мәртәбә өҫтәп Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева ла килгән. Ул юбилярҙарҙы тәбрикләп йылы һүҙҙәр әйтте, "Юлдаш" радиоһының бүләктәрен тапшырҙы, теләктәр теләне. Район хакимиәте башлығы Марат Исҡужиндың ҡотлау хатын Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов тапшырҙы. Парҙарҙы балалары һәм туғандары ла тәбрикләне, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты", тиелә төркөмдә.
Афариндар! Бәхетле һәм һау йәшәгеҙ! Ә бикбулаттарға - еңеү!
Фото: vk.com/club218576602