Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраля 2023, 10:05

Үҫмерҙәрҙе эшкә алыу тураһында

Беләһегеҙ, балалар ҙа үҙенә яраҡлы һәм ваҡытлыса эш таба ала. Был турала БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлатма бирә.

Үҫмерҙәрҙе эшкә алыу тураһындаҮҫмерҙәрҙе эшкә алыу тураһында
Үҫмерҙәрҙе эшкә алыу тураһында

Килешеүҙе нисә йәштән төҙөргә мөмкин?
∙ 16 йәштән - РФ Хеҙмәт кодексына ярашлы, үҙ аллы, сикләүһеҙ.
∙ 15 йәштән өлкән үҫмерҙәр еңел эш башҡарыуға үҙҙәре килешеү төҙөй ала. Уҡыуҙан буш ваҡытта, шулай уҡ дөйөм мәктәптә белем алғандан һуң эшләргә мөмкин
∙ 14 йәштән - ата-әсәнең береһенең һәм опека органдарының ризалығы менән генә эшләргә мөмкин
Балаға 14 йәш тулмаған булһа, ул кинола, театрҙа эшләй, концерттарҙа, цирк тамашаларында йәки спорт ярыштарында ҡатнаша ала.
Бәлиғ булмағандар өсөн ҡәтғи ҡағиҙә: улар зарарлы йәки хәүефле шарттарҙа эшләй алмай, ә хеҙмәт уларҙың һаулығына һәм әхлаҡи үҫешенә зыян килтерергә тейеш түгел.
Үҫмерҙәр ниндәй шарттарҙа эшләй ала?
∙ Уларға һынау ваҡыты билдәләргә ярамай.
∙ Эшкә мотлаҡ медицина тикшереүе үткәндән һуң ғына ҡабул ителә. Тикшереү эш биреүсе иҫәбенә уҙғарыла. Артабан 18 йәшкә тиклем медицина тикшереүен йыл һайын үтергә кәрәк.
∙ Тулы шәхси йәки коллектив матди яуаплылыҡ тураһында яҙма килешеүҙәр төҙөргә ярамай.
Бәлиғ булмаған кешегә нимә ҡушыу тыйыла?
∙ Рөхсәт ителгәндән ауырыраҡ йөк ташыу.
∙ Билдәләнгән ваҡыттан тыш, ял һәм байрам көндәрендә, төнгө сменаларҙа эшләү.
∙ Командировкаға юлланыу
Был сикләүҙәр художестволы әҫәрҙәр булдырыуҙа йәки башҡарыуҙа ҡатнашҡан ижади хеҙмәткәрҙәргә, шулай уҡ спортсыларға ҡағылмай.

Эште ҡайҙан эҙләргә?
«Рәсәйҙә эш» https://trudvsem.ru порталында - «Социаль йәһәттән яҡланмағандарҙы эшкә урынлаштырыу» тигәндә фильтр ҡуйырға, артабан - «Бәлиғ булмаған эшселәр» и «Ҡулланырға».
Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин – https://rabota.bashkortostan.ru/czn/index
Телефонға эш эҙләү өсөн мобиль ҡушымта ҡуйырға мөмкин: https://vk.cc/clyMUg

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас