Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2023, 20:13

Ер тетрәү көнбайышҡа күскәнме?

Ғалимдар Төркиәлә һәм Сүриәлә ер тетрәгәндән һуң, был ғәрәсәттең тиҙ генә туҡтамаясағын күҙаллағайны. Үҙәк мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, кисә Румынияла ла ер тетрәгән.

Ер тетрәү көнбайышҡа күскәнме?
Ер тетрәү көнбайышҡа күскәнме?

Һелкенеү ҡеүәте 5,7 магнитуда булған. Был хәл төштән һуң Олтенияла, Горж өйәҙендә теркәлгән. Ер 6,3 км тәрәнлектә тетрәгән.

Ҡорбандар һәм емереклектәр тураһында хәбәр юҡ.

Шулай уҡ Молдавияла ла ер тыныс булмаған, тиҙәр.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: