Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2023, 08:55

Әбйәлилдә юлды һыу баҫҡан

Әбйәлил районында туңып торған  Ҡаран йылғаһы өҫтөнә һыу сыҡҡан.

Әбйәлилдә юлды һыу баҫҡан
Әбйәлилдә юлды һыу баҫҡан

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, был Рысҡужа ауылында юлды өлөшләтә һыу баҫыуға килтергән.

 

Ауыл хакимиәте һыу үткәреү траншеялары һалыуҙы ойошторған, был йорттарҙы һыу баҫыуҙан һаҡлай һәм автомобилдәргә  йөрөү мөмкинлеге бирә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас