БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, шәкәр етештереүҙең артыуына беҙҙең аграрийҙарҙың мөмкинлектәре киңәйеүе, яңы технологиялар ҡулланыу, сәсеү майҙандарын арттырыу, ҡулайлы һауа шарттары булышлыҡ иткән. Шәкәр заводтары ла күләмле реконструкция үткән.
Инвестициялар һөҙөмтәһендә производство ҡеүәте бер ярымға тиерлек артҡан. «Раевсахар» компанияһын үҙгәртеп ҡорғас бында тәүлегенә 5500 тонна сеймал эшкәртелә. Ә Шәшмәлә 6 мең тонна шәкәр сөгөлдөрөн ҡабул итә алалар.
Был ике проект төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашҡан "Инвестсәғәт"тә хуплау алды. Предприятиеларға АПК техник паркын яңыртыу буйынса республика программаһы аша льготалы инвестициялар кредиты һәм субсидиялар бирелде.