Төбәктең Фәнни-белем биреү үҙәге идара итеүсе компанияһы "ППМИ-2023" конкурсы буйынса һайлап алыу туры башланыуы тураһында иғлан итә.
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы нимә ул?
Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы - социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеү өсөн финанс ресурстарҙы (республика ҡаҙнаһы, муниципаль берәмектәр бюджеты, физик һәм юридик шәхестәр ресурстарын) берләштереү механизмы.
Ул нисек эшләй?
Ихатала, подъезда, кварталда йәки биҫтәлә йәшәүселәр көнүҙәк проблеманы һайлай, мәҫәлән, юл ремонтларға йәки спорт майҙансығын төҙөкләндерергә кәрәк. Күршеләр һәм хакимиәт менән проектты тикшерәләр һәм уның яҡынса сметаһын билдәләйҙәр.
- Беренсе аҡса сығанағы - халыҡтың шәхси аҡсаһы, уның өлөшө, муниципаль берәмеккә ҡарап, 2-4 проценттан түбән булырға тейеш түгел
- Икенсе сығанаҡ - муниципаль бюджет аҡсаһы, урындағы хакимиәттең өлөшө, муниципаль берәмеккә ҡарап, 5-15 проценттан кәм булырға тейеш түгел
- Өсөнсө сығанаҡ - проектҡа ярҙам итергә теләгән айырым кешеләрҙең, эшҡыуарҙарҙың йәки башҡа юридик берәмектәрҙең спонсор ярҙамы
Социаль яҡтан айырыуса әһәмиәтле проекттарға Башҡортостан Хөкүмәте республика ҡаҙнаһынан субсидия бүләсәк. Бер проектҡа ярҙам итеү өсөн субсидия күләме 1,2 миллион һумға тиклем булырға мөмкин.
Ғаризалар 2023 йылдың 20 февраленән 21 мартына тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем шәхсән ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15, 102-се бүлмә.
Ғариза биреү шарттары һәм конкурста ҡатнашыу буйынса бөтә кәрәкле мәғлүмәт сайтта: https://nocrb.ru/ppmi
Һорауҙарығыҙ булһа, күп каналлы номерға шылтыратығыҙ: +7 (347) 229 45 43. Күрһәтелгән һылтанма буйынса районығыҙ кураторының өҫтәмә номерын белергә мөмкин: https://nocrb.ru/ppmi#rec537298324.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2023 йылдың 6 февралендәге «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә, урындағы башланғыстарға нигеҙләнеп, йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында»ғы 39-сы һанлы ҡарары: https://vk.cc/clw7ES
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан