«Живая Вода» (эсемлек), «Милк Трейд» (туңдырма), «Зарина» (кондитер аҙыҡтары), «Фабрик Косметик» (косметика, көнкүреш химияһы) йәмғиәттәре күргәҙмәлә үҙ тауары менән таныштырған.
"Проэкспо" - Рәсәй һәм Көнсығыш Европа өсөн абруйлы һәм эшлекле майҙансыҡ. Унда ҡатнашыу компанияларға мәртәбә өҫтәй.
Быйыл 35 илдән 2 027 компания яңы төр тауарҙары менән ҡатнашҡан.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.