Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2023, 16:12

Бөгөн Стәрлетамаҡта республика парламенты Президиумының - күсмә ултырышы

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумының күсмә ултырышынан алда депутаттар бер нисә предприятиела булды. Комитеттарға ҡарап, 30-лап объектҡа барыу күҙалланғайны.

Бөгөн Стәрлетамаҡта республика парламенты Президиумының - күсмә ултырышы
Бөгөн Стәрлетамаҡта республика парламенты Президиумының - күсмә ултырышы

Парламентарийҙар сәнәғәт предприятиеларында, мәҙәниәт учреждениеларында ла булды. Шул иҫәптә - ҡала суды, изолятор, ЗАГС бүлеге, ДНР, ЛНР-ҙан мәжбүри күсеп килеүселәр ваҡытлыса йәшәгән "Березка" шифаханаһы, "БСК", "Водоканал". 

Эштең ошондай форматы Стәрлетамаҡ үҫеше буйынса объектив күренеште хасил итә, булған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлын эҙләгәндә уңай.

Шулай уҡ бында депутаттар халыҡты шәхси һорауҙар буйынса ҡабул итәсәк. Президиум ултырышын парламент Рәйесе Константин Толкачев уҙғара.

Фото: gsrb.ru

Бөгөн Стәрлетамаҡта республика парламенты Президиумының - күсмә ултырышы
Бөгөн Стәрлетамаҡта республика парламенты Президиумының - күсмә ултырышы
Бөгөн Стәрлетамаҡта республика парламенты Президиумының - күсмә ултырышы
Бөгөн Стәрлетамаҡта республика парламенты Президиумының - күсмә ултырышы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: