Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2023, 23:55

Бөгөн Өфөнән СВО-ға ошолай гумконвой юлланды

Тәпәш рамлы тралдарҙа - юлһыҙ ерҙән йөрөй алған "буханка" УАЗ-дар, "Садко" автобусы, хатта багги автомобиле - барлығы 14 дана техника тейәлгән ине. Мискә кеүек мунсалар, мобиль кер йыуыу урыны ла яҡташтарыбыҙҙы һөйөндөрәсәк.

Бөгөн Өфөнән СВО-ға ошолай гумконвой юлланды
Бөгөн Өфөнән СВО-ға ошолай гумконвой юлланды

Гуманитар ярҙамды туплауҙа Өфөнөң битараф түгел халҡы, волонтерҙар, район хакимиәттәре, эшҡыуарҙар һәм бизнес вәкилдәре ярҙам иткән. Ҡәҙерле йөккә мобилизацияланған ир-егеттәргә Ватанды һаҡлаусы көнөнә бүләктәр, яҡын-туғандарынан күстәнәс тә тейәлгән ине.

Бер нисә көндән колонна тәғәйен урынға барып та етәсәк.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: