Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2023, 22:13

Ҡаһарман ауылдаштарының яҡты иҫтәлегенә арнап

Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында  Украинала махсус хәрби операцияла һәләк булған  Илмир Дәүләтбаев иҫтәлегенә спорт ярыштары үтткән. Был хаҡта ауыл клубының сайтында хәбәр ителә. 

Ҡаһарман ауылдаштарының яҡты иҫтәлегенә арнап
Ҡаһарман ауылдаштарының яҡты иҫтәлегенә арнап

Патриотик тәрбиә айлығы сиктәрендә Ишбирҙҽ дөйөм бҽлҽм бирҽү мәктәбҽндә сираттағы сағыу спорт сараһы уҙҙы. Ул Украиналағы махсус хәрби операцияла ил алдындағы хәрби  бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған  Ильмир Хөснөтдин улы Дәүләтбаевтың  яҡты иҫтәлегенә арналды. Хәрби хеҙмәт ваҡытында күрһәткән батырлығы өсөн ҡаһарман ауылдашыбыҙ  "Батырлыҡ өсөн" һәм "Ҡан һәм батырлыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә.

Был юлы Йәшелдәр, Күктәр һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренең йыйылма командалары араһында волейбол буйынса турнир үтте.     Сараны ойоштороусылар һәм бағыусылар - Ильмир Хөснөтдин улының ҡәйнәһе Зәбирә Йәғәфәр ҡыҙы Халиҡова менән  ҡатыны Зәлиә Вәли ҡыҙы һәм  уның ғаиләһе булды. Йәшелдәр командаһы еңеүсе булды,икенсе урынды Күктәр алды, ә өсөнсө урын хеҙмәткәрҙәр йыйылма командаһына бирелде. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән нбүләкләнде.

Батыр даны мәңгҽлҽк!!!Тыныс йоҡла Ильмир!

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: