Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль 2023, 20:00

510 млн һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән

БР Хөкүмәт йортонда Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы закондың тормошҡа ашырылыуы хаҡында фекер алыштылар.

510 млн һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән
510 млн һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән

    

 - Бөгөн беҙҙең мәктәптәрҙә аҙ тәьмин күп балалы ғаиләләрҙән 32 мең тирәһе уҡыусы белем ала.  Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса,  уларҙың барыһы ла тиерлек һатып алынған  мәктәп формаһы һәм уҡыу кәрәк-яраҡтары өсөн  аҡсалата компенсация алған.   Бушлай туҡланғандар.  Ошо йүнәлештәр буйынса дөйөм дәүләт ярҙамы  510 млн һумдан ашҡан.   Бынан тыш, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләнән булған 7,5 меңдән ашыу  беренсе синыф уҡыусыһы уҡыу кәрәк-яраҡтары тупланмаһы менән тәьмин ителгән.  Быйыл да беҙ бындай уҡыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ныҡ иғтибар бирәсәкбеҙ, – тине Андрей Назаров. 

 Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин да күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү саралары тураһында һөйләп үтте. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: