Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 07:35

Заманса эш системаларын эшләргә өйрәндек

Өфөлә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге үҙәге эшләй. Ул республика буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы бинаһында урынлашҡан. Үҙәктә автоматлаштырылған режимда республика юлдарындағы хәл тураһында мәғлүмәттәр туплана. Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы хәбәр итте.

Заманса эш системаларын эшләргә өйрәндекЗаманса эш системаларын эшләргә өйрәндек
Заманса эш системаларын эшләргә өйрәндек

"Беҙ заманса эш системаларын эшләргә өйрәндек. Минең ҡарашҡа, яҡшы хәл килеп сыҡты. Был проект артабан да үҫешәсәк, тип ышанабыҙ ", - тине Радий Хәбиров.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас