Уларҙың һәр береһе тураһында мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһының медицина мәғлүмәт-аналитика системаһындағы яңы бүлегендә бар ("Мониторинг загрузки оборудования").
"Мәғлүмәт халыҡҡа дауалау-диагностика ярҙамын күрһәтеү сифатын камиллаштырыу, ҡорамалдарҙың буш тороуына юл ҡуймау, пациенттар буйынса оператив ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан файҙаланыла", - тип аңлатты Айрат Рәхмәтуллин.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.