Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 10:30

Янғын һүндереүселәргә эш кәмемәй...

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡта, Белорет тракты урамында, ике ҡатлы бина янған. 

Янғын һүндереүселәргә эш кәмемәй...
Янғын һүндереүселәргә эш кәмемәй...

Сәғәт дауамында янғын таралыуҙан туҡтатылған, һуңыраҡ һүндерелгән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Янғын сәбәбе асыҡлана. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәүтикшереүсеһе эшләй.

Уҙған тәүлектә 12 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың туғыҙы - шәхси йортта. Шул иҫәптән, Шишмә ауылында йортта - ишек, Стәрлетамаҡта - ҡаралты ҡыйығы, Учалы районы Өргөн ауылында, Яңауыл районы Ямаҙы ауылында, Иглин ауылында, Бөрө районының Суслов ауылында - мунсалар, Өфөлә - йорт мөлкәте янған. Нефтекамала, Белоретта автомобилдәр янып китә яҙған. Өфөлә Юрий Гагарин урамында йортта электр сымының изоляцияһы төтәгән.

Фото: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: