Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 10:15

Йәйәүле тапалған...

Бөгөн төнгө сәғәт өс тирәһендә Көйөргәҙе районының Яңы Урал ауылында билдәһеҙ водитель 45 йәшлек ирҙе бәрҙереп, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан.

Йәйәүле тапалған...
Йәйәүле тапалған...

Йәйәүле ир алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Ул юл ситенән китеп барған, тип фараз ителә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләү саралары ойошторған. Ошо осраҡ буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһына ла полиция бүлегенә йәки ЮХХДИ-ның дежур бүлегенә мөрәжәғәт итергә: 8 (347) 235-84-02.
 
Фото: БР ЮХХДИ.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: