Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 20:30

Водителдәр иғтибарына!

"Дүртөйлө-Ачит" юлының Борай районындағы өлөшөндә, Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлы участкаһының 159+550-159+850-се саҡрымында, 13 февралдән алып 31 декабргә тиклем бөтә төр транспорт өсөн дә хәрәкәт ябылған. Был "Ҡазан-Екатеринбург" автомобиль юлын төҙөү менән бәйле.

Водителдәр иғтибарына!
Водителдәр иғтибарына!

Хәрәкәт итеү - ваҡытлыса урау юл аша.

Урында иҫкәртеүсе юл билдәләре ҡуйылған.

Автоинспекторҙар ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә, водителдәрҙе иғтибарлы, һаҡ булырға һорай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: