Эйе, ул - Владимир Жириновский. ЛДПР партияһы лидеры беҙҙең аранан былтыр апрелдә китте. Яман вирус уны аяҡтан йыҡҡайны, төҙәлә алманы.
Жириновский күп интервьюһында алдағы йылдарға күҙаллауҙары тураһында ла һөйләгән. Баҡһаң, күбеһе ғәмәлгә лә ашҡан, имеш.
Мәҫәлән, Владимир Вольфович 2004 йылда АҠШ-ҡа башлыҡ булып “мосолман һәм негр” киләсәген фаразлаған. Етмәһә, сатан, тип тә әйткән икән. 2009 йылда Барак Обама һайланды. 2008 йылда Ҡырымдың, Украинаның киләсәген дә күҙаллаған. 2012 йылда Украинала революция буласағын да әйткән. Нимәһе ҡыҙыҡ: хатта 2022 йылдың февралендә буласаҡ ваҡиғаны ла һөйләгән. Быныһы инде уның сәйәсмән булараҡ Кремлгә яҡын тороуынандыр. Барыбер унда ниндәйҙер план булған бит инде.
Владимир Жириновскийҙың быйылға, 2024 – 2025 йылдарға, хатта 2036 йылға тиклем фаразлауҙары бар, имеш.
Бына бер нисәүһе:
- Ер шарында халыҡ күбәйгәнлектән, донъя илдәрендә “бер ғаиләгә – бер бала” тигән ҡағиҙә нығынасаҡ.
- Рәсәйҙә эске милли бүленеш юғала башлаясаҡ.
- Кино, сәнғәт, театрҙар ирекле рәүештә ижад итәсәк. Бары тик балаларҙы сексуаль йәһәттән мәжбүр итеү күренештәре тыйыласаҡ.
- Ғәрәсәттәр, тәбиғәт ҡазалары кешелек үҫешенә зарар килтерәсәк. Глобаль йылыныу көтөлә. Ә Рәсәй Ерҙә иң төп дәүләт буласаҡ.
- 10 – 15 йылдан вакуум торбалар буйлап поездар йөрөйәсәк. Тиҙлеге уртаса сәғәтенә 1000 км-ға етәсәк.
- 2036 йылға бөтә нәмә компьютерлаштырыласаҡ, чип ҡуйыласаҡ. Бер ниндәй паспорт та, СНИЛС та, ИНН да, белешмәләр ҙә булмай, ә бөтә мәғлүмәт кеше тураһында бер карточкала тупланасаҡ.
- Мәктәптәрҙә, вуздарҙа имтихандар урынына белем кимәле дөйөм опрос-имтихан ярҙамында билдәләнәсәк. Уның һөҙөмтәһендә кешенең үҫеш коэффициенты (КРЧ) иҫәпләнәсәк.
- Ауыл хужалығында химикаттар, етештереүҙең яһалма формалары бөтәсәк, алмашҡа тәбиғи технологиялар киләсәк.
- Страховка пенсияһы бөтөрөләсәк, кеше үҙ пенсияһын үҙе туплаясаҡ.
- Кешенең үҙ-үҙен тотошоноң яңы критерийы индереләсәк – ҡуҙғыу кимәле. Кеше үҙенең тыныс булмауын, әңгәмәне туҡтатырға кәрәклеген тоясаҡ...
Шуныһы бар: бер кем дә иртәгә нимә буласағын белә алмай. Жириновский ҙа күрәҙәсе булманы. Был фаразлауҙар уның аналитик фекерләү кимәленән, булып ятҡан ваҡиғаларҙан һығымталар яһауынан киләлер.