Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 10:10

Туймазылар яугирҙарға гуманитар ылау ебәрә

Ҡандракүл ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар өсөн быҡтырылған ит консервалары әҙерләгән. Был турала Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайының социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итәләр.

Туймазылар яугирҙарға гуманитар ылау ебәрә
Туймазылар яугирҙарға гуманитар ылау ебәрә

«Посылкаларҙа – йылы әйберҙәр, медикаменттар, аҙыҡ-түлек, йөн ойоҡбаштар, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең һүрәттәре һәм 110 банка быҡтырылған ит. Ҡандракүл ауылынан Руслан Вәлиев 50 килограмм йылҡы ите килтергән, ауыл халҡы йыйған аҡсаға йәнә шул уҡ күләмдә һыйыр ите һатып алғандар», – тиелә яҙмала. Афариндар!
Ҡандракүл ауылы «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабында Туймазы данын яҡлай. Уңыштар!

Фото:ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: