Дөйөм алғанда 2022 йылда республикала биш сәнәғәт кластеры - авиация, сәнәғәт, машиналар эшләү, агросәнәғәт комплексы һәм Рәсәйҙә беренсе йыһаз кластеры булдырылған. Кластерҙарҙа ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 60-тан артып китә.
"Кластерҙа ҡатнашыу сәнәғәт предприятиеларына федераль кимәлдәге дәүләт ярҙамы сараларына дәғүә итергә форсат бирә", - тип аңлатты Александр Шельдяев.
Уның һүҙҙәренсә, республика кластерҙарҙы үҫтереү программалары сиктәрендә федераль финанслауҙы, шулай уҡ кластерҙарҙа ҡатнашыусылар өсөн льготалы кредитлауҙы йәлеп итергә ниәтләй.
Аңлатма: Кластер - берләшеү, берекмә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.