Бығаса бер миллион һум бирелһә, хәҙер 1,2 миллион һум аҡса күсереләсәк.
ППМИ буйынса шундай үҙгәрештәр ҙә бар: хәҙер халыҡ тарафынан мотлаҡ тупланасаҡ аҡса күләме кәметелгән. Шул уҡ ваҡытта халыҡ, ойошмалар һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финанслау күләменән ҡарап, өҫтәмә балл да иҫәпләнә.
Быйыл республикала Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы. Тимәк, ППМИ (урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы) буйынса ла иғтибар артасаҡ.
Конкурс этаптары:
Ғаризалар ҡабул итеү, теркәү – 20 февралдән 21 мартҡа тиклем
Методик ярҙам күрһәтеү, консультация – 7 февралдән 21 мартҡа тиклем
Ғаризаларҙы баһалау – 22 марттан 23 апрелгә тиклем
Йомғаҡ яһау – 24 апрелдән 28 апрелгә тиклем
БР Хөкүмәтенең еңеүселәргә субсидиялар бүлеү тураһындағы ҡарары, килешеүҙәр төҙөү – 1 майҙан 16 июнгә тиклем.