Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 10:29

Ниндәй һауа һулайбыҙ?

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Йортонда Премьер-министр урынбаҫары Илшат Фәзрахманов рәйеслегендә Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауатта атмосфера һауаһының торошо мәсьәләһе буйынса эш кәңәшмәһе үтте.

Ниндәй һауа һулайбыҙ?
Ниндәй һауа һулайбыҙ?

- Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанға сәфәре барышында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлде. Республикала экологик хәлде яҡшыртыу, шул иҫәптән атмосфера һауаһы сифаты буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын билдәләү беҙҙең өсөн мөһим бурыс булып тора, - тине Илшат Фәзрахманов кәңәшмәне асып.

Эш кәңәшмәһе диалог форматында үтте. Унда ҡатнашыусылар - республика һәм урындағы власть органдары, тикшереүсе ойошмалар, ҙур сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре атмосфера һауаһының торошон яҡшыртыу буйынса фекерҙәре менән бүлеште, тәҡдимдәрен әйтте.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенең тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеүгә йүнәлтелгән саралар планы бар. 2023 йылға ла байтаҡ саралар планлаштырылған.

Улар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/20159/

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/20159/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: