"Берҙәм Рәсәй"ҙән урындағы совет депутаты, эшҡыуар Радик Шәмсетдиновтың "Стройпроект" компанияһы автомобилдәре ауыл ситенә ҡалдыҡтарҙы түгеп, тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтерә. Был мәсьәлә менән прокуратура ла, башҡа органдар ҙа шөғөлләнгән, депутат административ яуаплылыҡҡа ла тарттырылған. "Әгәр факттар дөрөҫләнһә, беҙгә бындай депутаттар кәрәкмәй", - тип белдерҙе республика етәксеһе.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.