Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 13:00

Мәктәптәргә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларға юл яҡты булырға тейеш

Республика етәксеһенең социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала халыҡтан төҙөк булмаған фонарҙарға ялыуҙар килгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә яҡтыртыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.

Мәктәптәргә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларға юл яҡты булырға тейеш
Мәктәптәргә, балалар баҡсаларына һәм дауаханаларға юл яҡты булырға тейеш

"Беҙ тораҡ пункттарын яҡтыртыуға 100 миллион һумға яҡын аҡса һалдыҡ. Әлбиттә, был бөтә республикаға етмәҫ, әммә уларҙы ҡайҙа йүнәлдереүегеҙҙе хәбәр итегеҙ. Беҙ муниципалитет башлыҡтары менән был эште башлағайныҡ та инде. Система аңлайышлы - мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаларға юл яҡты булырға тейеш ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: