Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 18:45

Хәйбуллаларҙан - СВО-лағы яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам

Уны "Фермер" УАЗ-игына тейәп бөгөн иртәнсәк оҙатҡандар. Машина үҙе лә яу яланында ҡулланыласаҡ.

Хәйбуллаларҙан - СВО-лағы яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам
Хәйбуллаларҙан - СВО-лағы яҡташтарына сираттағы гуманитар ярҙам

Бының турала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итте.

"Егеттәрҙең һорауы буйынса көнкүрештә тәү кәрәкле әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек менән бергә махсус хәрби операция зонаһында күҙәтеү сараларына ҡаршы тороуға ҡорамалдар, “буржуйка”лар, генераторҙар һәм дарыуҙар ебәрҙек. Был конвой беҙҙекеләргә ҡалдырыласаҡ УАЗ менән оҙатылды. Гуманитар ярҙамды туплауҙа бар Хәйбулла халҡы әүҙемлек күрһәтә, кәрәкле әйберҙәрҙе бар райондан килтерәләр" - тигән ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: