Ир интернеттағы танышыуҙар сайты аша бер һылыу ҡыҙ менән танышып, яҙыша башлағандар. Ҡыҙ бер аҙҙан тормошҡа зарланырға тотонған, йәнәһе лә, финанстар менән проблемалары бар. Ир уның хәленә инеп, йә баланы дауаларға, йә кредитты ҡапларға, йә фатир өсөн түләргә аҡса ебәргән. Аҡсаңды кире ҡайтарам, тиҙҙән күрешербеҙ, тип вәғәҙәләгән ҡыҙ бер ай үткәс тә, һаман һораныуын ғына белгәс, ир уны блокка ҡуйған. Ә икенсе көнөнә үк уға төрлөсә янап, фашлау менән ҡурҡытып, билдәһеҙ бәндә шылтыратҡан. Алданыуын аңлаған ир полицияға мөрәжәғәт иткәс, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре янаусының шәхесен асыҡлаған. Стәрленән ошо 32 йәшлек ир "ҡыҙ" булып яҙышҡан, аҡса теләнселәгән икән. Ул үҙ ғәйебен таныған, зыянды тулыһынса ҡапларға һүҙ биргән. 970 мең һумды үҙ ихтыяждарына тотоноп бөткән мутлашыусыға ҡарата енәйәт эше асылған (РФ ЕК 159 ст. 3-сө б.) Был турала Стәрлетамаҡтан Эльвина Богданова хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.