Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 14:21

Өфөлә Шаляпин музейы асыла

Өфөлә Шаляпин музейы киләһе йылдың яҙында уҡ асылыуы мөмкин. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Өфөлә Шаляпин музейы асыла
Өфөлә Шаляпин музейы асыла

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, буласаҡ музей өсөн Валерий Альбанов исемендәге поляр музей янындағы бина һайланған.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ бөгөн опера һәм балет театрында бөйөк рус йырсыһының 150 йыллығы хөрмәтенә тантаналы сара уҙасағын хәтергә төшөрҙө.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: