Ер - әсәнең әйткәне
Оран һала Ер - әсәбеҙ:
- Уянығыҙ! Уянығыҙ!
Йоҡлаһағыҙ, юҡҡа сығыр
Туйындырған ер - һыуығыҙ.
Иҫкәртә бит Аллаһыбыҙ
Йә ҡоролоҡ, янғын менән,
Ауыл, ҡалалар юғала
Ер тет(е) рәп ер йөҙөнән.
Ә һеҙ һаман бошмайһығыҙ,
Яуаплылыҡ тоймайһығыҙ,
Бөтә ерҙә уйын - көлкө,
Ил һаҡлауҙа юҡ уйығыҙ.
Самолеттар шартлай күктә,
Аҙым һайын ҡорбан ерҙә,
Һуғыш һөрөмө ҡапланы,
Һары һағыш һәр бер өйҙә.
Уянығыҙ! Тирә - яҡҡа
Иғтибарлап күҙ һалығыҙ,
Әүәлгесә, элеккесә
Тыныслыҡ булһын уйығыҙ.
Тәүбәләргә килмәһәгеҙ,
Ер убылыр, туфан ҡалҡыр,
Ярлы, байҙы ҡарап тормаҫ,
Бөтәгеҙҙе бер иш йотор.
Уянығыҙ! Иман ҡайтһын,
Әҙәп ҡайтһын һәммәгеҙгә,
Йәшәгән ер берәү генә
Сығармағыҙ иҫегеҙҙән.
Урмандарҙа үҫһен ағас,
Иген уңһын баҫыуҙарҙа,
Кейек, ҡоштар төйәк тапһын,
Һиллек тапһын ҡыр, тауҙарҙа.
Татыу булһын күрше, туған,
Яҡын күреп ҡулын һуҙһын,
Ил сиктәре булһын асыҡ,
Дуҫ йәшәһен барса халыҡ.
Оран һалам, ишетегеҙ,
Һуң булмаһын, һуң булмаһын,
Атай булған, әсәй булған
Ер биҙмәһен һеҙҙән, кешем!
Хөрмәт ҡайтһын игенсегә,
Төҙөүсегә, һәр эшсегә,
Уҡытыусы, табиптарға,
Ил яҙмышын яҙыусыға.
Иман ҡайтһын күңелдәргә,
Дуҫ йәшәгеҙ бергә - бергә,
Хөрмәт ҡайтһын эскән һыуға,
Тыуып - үҫкән изге ергә.
Нур яғылһын йөҙөгөҙгә,
Һүҙегеҙҙән бал ағылһын,
Ата - баба ғүмер иткән
Йортоғоҙға бәхет ҡунһын.
Рәмзиә Монасипова