Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 12:52

Егеттәр үҙ бурысын үтәне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн Төркиәгә 25 ирекмән-ҡотҡарыусынан торған отряд оҙатылғайны. Улар Кахраманмараш ҡалаһында эшләй. Отряд составында - рәсми ялда булған ҡотҡарыусылар һәм шулай уҡ Торин ҡушаматлы ҡотҡарыусы эт. Бригада иҫән ҡалған алты кешене ҡотҡарған.

Егеттәр үҙ бурысын үтәне
Егеттәр үҙ бурысын үтәне

Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә, егеттәр үҙ бурысын үтәне, инде уларҙы кире ҡайтарырға кәрәк, тип билдәләне. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: