Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 14:00

Беҙҙең байрам түгел...

Ниһайәт, аңлай башланылар шикелле. Иҫәпләгәндәр: быйыл Ғашиҡтар көнөнә бүләк һатып алыу күләме былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға кәмерәк.

Беҙҙең байрам түгел...
Беҙҙең байрам түгел...

«Платформа ОФД» компанияһы (1,1 млн онлайн-касса мәғлүмәтен өйрәнә) «Чек Индекс» тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе күрһәтеүенсә, һайланған бүләк хаҡы уртаса 590 һум булған, һатып алыу былтырғы күрһәткестең 57 процентын ғына тәшкил итә.

Эксперттар әйтеүенсә, был көн әкренләп романтиклығын юғалта бара. Быйыл айырыуса һиҙелә.

Дөрөҫ юлдан барабыҙ: был беҙҙең байрам түгел. Бүләкте ғашиҡ кеше көн һайын алһа, алһын, әйҙә, уға айырым дата кәрәкмәй. Юҡһа, изге Валентин, тип башҡорттарҙың да йүгерекләүе көлкө, көлкө генә түгел, ҡыҙғаныс тойола башлағайны.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: