Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 08:55

Башҡортостандан ҡотҡарыусы эт Төркиәләге емеректәр аҫтында тағы ике кешене тапҡан

Башҡортостандан ҡотҡарыусы эт Торин Төркиәләге емереклектәр аҫтында тағы ике кешене тапҡан. Был хаҡта Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Башҡортостандан ҡотҡарыусы эт Төркиәләге емеректәр аҫтында тағы ике кешене тапҡан
Башҡортостандан ҡотҡарыусы эт Төркиәләге емеректәр аҫтында тағы ике кешене тапҡан

Торин хеҙмәттәше, кинолог-ҡотҡарыусы Надежда Отвесова менән Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында, Кахраманмараш ҡалаһында эшләй.

 

Башҡортостан ҡотҡарыусылары төрөк коллегаларына ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: беҙҙең ҡотҡарыусылар 5 кешене ҡотҡарған. Алдан хәбәр ителгәнсә, өс кешенән торған ғаиләне – ирле-ҡатынлы һәм уларҙың 14 йәшлек балаһын. Бөтә ҡотҡарылғандар табиптар күҙәтеүендә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: