Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль 2023, 13:45

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыған кешеләр һаны ҡырҡа артҡан

Республикала коронавирус менән сирләүселәр һанының артыуы теркәлгән. Был турала хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры хәбәр итте.

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыған кешеләр һаны ҡырҡа артҡан
Башҡортостанда коронавирус менән ауырыған кешеләр һаны ҡырҡа артҡан

Айрат Рәхмәтуллиндың һүҙҙәренсә, бер аҙнала коронавирус йоҡтороуҙың яңы 1554 осрағы раҫланған. Был алдағы ете көнгә ҡарағанда 63 процентҡа күберәк. Шулай уҡ төбәктә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Бер аҙнала күрһәткестәр 17,6% артҡан.

"Беҙ участка терапевына яҙылыуға ихтыяж артыуын теркәйбеҙ. Шуға бәйле табиптарҙың теҙмәһенә төҙәтмәләр индерҙек һәм уларға йөкләмәне арттырҙыҡ", - тине Рәхмәтуллин.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: