Яҡындағы өс ауылға ла бер ыңғай газ үткәреләсәк.
Хәҙерге заманда балалар һауыҡтырыу лагерында элемтә лә мотлаҡ булырға тейеш, тип билдәләне республика Башлығы.
2023 йылдың 1 июненән «Орленок» йыл әйләнәһенә эшләй башлаясаҡ.
«Балаларғаһәм йәштәргә ял һәм сәләмәтләндереү шарттары булдырыу» федераль проекты сиктәрендә быйыл лагерь биләмәһендә 50-шәр урынлыҡ ике корпус ҡуйыла, ә Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында яңы ашхана төҙөйҙәр һәм уҡыу корпусын реконструкциялайҙар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.