Спорт стипендиялары чемпиондарға - 30 мең, көмөш награда алыусыларға - 25 мең һум, бронза миҙал алыусыларға 20 мең һум күләмендә тәғәйенләнә. Тренерҙарға уларҙың тәрбиәләнеүселәре стипендиялары күләменән - 50 процент.
"Был - республиканың бөйөк спортсыларына беҙҙең рәхмәтебеҙ, тип уйлайым", - тип билдәләне Радий Хәбиров бөгөнгө хөкүмәт оперативкаһында.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.