Уға административ-хужалыҡ корпустары, локаль-таҙартыу ҡоролмалары, боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар етештереү линияһы инә. Көнсығыш сығыу юлында автомобилдәр ағымын юл хәрәкәте менән идара итеү буйынса автоматлаштырылған система (АСУДД) күҙәтәсәк.
Объекттар файҙаланыуға тапшырылғас, был юлдан үтеү өсөн хаҡ билдәләнәсәк. Рөхсәт ителгән иң юғары тиҙлек сәғәтенә 120 км, ә туннелдә 80 км буласаҡ. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса Көнсығыш юлдан тәүлегенә 22 700 автомобиль үтәсәк. Объектты был йыл аҙағына тапшырырға тейештәр.
Фото: transport.bashkortostan.ru (Минтранс РБ).